8 декабрь, Кесе йома

22 октябрь 2014 йыл, 14:34

Рөстәм Хәмитов: «Ҡырғыҙстан бизнесы һәм предприятиелары менән һөҙөмтәле мөнәсәбәттәргә ниәтләнгәнбеҙ»

фото: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Марат Шаршекеев менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Сентябрҙә республика делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәре барышында Марат Шаршекеев Өфөгә килергә саҡырыу алғайны.

Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен һәм перспективаларын тикшерҙе.

— Бизнес, сәнәғәт предприятиелары, власть органдары араһында бәйләнештәр булдырыу өлөшөндә етди ниәтләнгәнбеҙ. Яҡын ваҡыт эсендә мәҙәни алмашыу ойошторасаҡбыҙ. Логистика, тауарҙарҙы күсереү менән бәйле эре проекттар буйынса эш башлайбыҙ, таможня хеҙмәттәре менән эш алып барабыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Ҡырғыҙстан бизнесы һәм предприятиелары менән иң тығыҙ һәм һөҙөмтәле мөнәсәбәттәргә ниәтләнгәнбеҙ.

Марат Шаршекеев Ҡырғыҙстандың республикалар араһында һөҙөмтәле сауҙа хеҙмәттәшлеген көйгә һалырға теләүен билдәләне:

— Сауҙа ғына түгел, ә туғандаш мөнәсәбәттәрҙе лә. Баш ҡалаларҙы туғандаш итеүгә, авиация рейстары асыуға тиклем, сөнки бизнесмендарҙың осрашыу логистикаһы мөмкин тиклем ҡыҫҡа булырға тейеш, — тине Ҡырғыҙстан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы.

Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Президенты Юрий Пустовгаров төп үҙ-ара эш йүнәлештәре иҫәбендә ауыл хужалығы техникаһы импортын, Ҡырғыҙстанда бал етештереүҙе үҫтереүҙе, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә төбәктәрҙең һәм бизнестың үҙ-ара эш итеүе өсөн майҙансыҡ булдырыуҙы атап үтте.

Бөгөнгө көнгә республиканың БДБ илдәре менән тышҡы сауҙа тауар әйләнешендә Ҡырғыҙстандың өлөшө 14,7 процент (4-се урын) тәшкил итә. 2013 йылда сауҙа күләме 224,2 миллион доллар тәшкил итте, өҫтәүенә был сумманың 99 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостандың Ҡырғыҙстанға һатҡан төп тауарҙары иҫәбендә — нефть продукттары (дөйөм экспорт күләменән 94,5 процент), шулай уҡ химия, ағас эшкәртеү, металлургия һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукциялары. Республикаға электр лампалар, мамыҡ ептәр, йөн һәм йәшелсә индерелә. Башҡортостан иҡтисадында тупланған, Ҡырғыҙстандан инвестициялар күләме 2013 йыл аҙағына 1,7 млн доллар тәшкил итте.