Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дауыл сығыуы иҫкәртелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Синоптиктар шаршамбы, 22 октябрҙә, Башҡортостанда ҡар яуыуын, уның ямғырға күсеүен, боҙлауыҡ булыуын, ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар йәбешеүен күҙаллай. Ел йүнәлеше буйынса көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан, секундына 9-14 метр, көсәйгәндә — секундына 15-20 метрға тиклем, дауыл сығыуы иҫкәртелә, тип хәбәр итә Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса БР идаралығына һылтанма яһап Өфө матбуғат хеҙмәте.

Автомобиль юлдарында урыны менән 500-1000 метрға тиклем күренеү мөмкинлеге менән томан төшөүе көтөлә, төндә айырым юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Һауа торошоноң боҙолоуы менән бәйле баш ҡала хакимиәте бөтә ҡала халҡын урамдарҙа һаҡсыл булырға, электр тапшырыу линияларынан, ағастарҙан, реклама щиттарынан йырағыраҡ йөрәргә саҡыра. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булыу мотлаҡ. Водителдәргә тиҙлекте кәметергә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә кәңәш ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть