10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2014 йыл, 11:25

Өфөнән Камилла Даянова «Таланттар салюты» халыҡ-ара проекты суперфиналында беренсе урын яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Комаров исемендәге Өфө ҡала Балалар ижады һарайы уҡыусыһы Камилла Даянова «Таланттар салюты» халыҡ-ара проекты суперфиналында кесе йәштәр категорияһында «Вокал ижады. Халыҡ вокалы. Соло» номинацияһында беренсе урын яуланы. Ул уға Санкт-Петербургта Йәштәр йортонда уҙған гала-концертта 25 иң яҡшы ҡатнашыусы иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе.

«Таланттар салюты» проекты 2008 йылда ойошторолған. Проект сиктәрендә уҡыу йылы дауамында Европаның һәм донъяның төрлө ҡалаларында 50-нән ашыу балалар ижады фестивале-конкурсы уҙғарыла. Проекттың һәр фестиваль миҙгеле суперфинал менән тамамлана, унда фестиваль-конкурстарҙың беренсе дәрәжә лауреаттары ғына эләгә. Суперфиналдың бүләк фонды 300 мең һум тәшкил итә.

Ҡатнашыусыларҙың географияһы үҙенең киңлеге менән хайран ҡалдарҙы: гала-концертҡа сығыу мөмкинлегенә Рәсәйҙән, Украинанан, Ҡаҙағстандан, Франциянан, Финляндиянан, Белорусиянан ҡатнашыусылар көс һынашты. 80-дән күберәк ҡаланан һәм торама пункттан 600-ҙән ашыу конкурста ҡатнашыусы сығыш яһаны.

Суперфинал жюриһы составында «На-На» төркөмө солисы Владимир Левкин, дирижер Леонид Корчмар, Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург консерваторияһының классик фортепиано кафедраһы мөдире Екатерина Мурина, Мариин театры солисы Татьяна Кравцова, популяр йырсы Степан Ледков.

Гала-концерт ҡатнашыусыларҙың ғәҙәттәгесә «Таланттар салюты» проекты гимнын башҡарыуы менән тамамланды.