Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Күмертауҙың интернет порталы – бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Күмертау хакимиәтенең рәсми сайты, Һамар өлкәһенең Похвистнево порталынан ҡалышып, «Иң яҡшы муниципаль сайт» бөтә Рәсәй конкурсында лауреат булды.

Урындағы үҙидаралыҡ тураһында сайттарҙың йыл һайынғы бөтә Рәсәй конкурсы муниципаль берәмектәр һәм башҡа урындағы үҙидаралыҡ ойошмалары эшендә интернет-технологияларҙы популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнә: «Федерация субъекты үҙәгенең иң яҡшы сайты», «Иң яҡшы муниципаль район сайты», «Иң яҡшы ҡала округы сайты», «Иң яҡшы ҡала биләмәһе сайты» һәм «Иң яҡшы ауыл биләмәһе сайты».

Республика муниципалитеттарының интернет-порталдары йыл һайын уҙғарылып килгән бәйгелә призлы урындарҙы беренсе ҡат ҡына яулап ҡалмай. Былтыр Ауырғазы районы хакимиәте сайты еңеүсе булғайны.

Конкурсты ойоштороусылар – Муниципаль академия, Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһының урындағы үҙидаралыҡ мәсьәләләре буйынса комитеттары, «Управа» журналы.

Конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын ноябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй муниципаль академияһының ғилми-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә бүләкләйәсәктәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть