10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2014 йыл, 10:01

Өфө егете Тимур Сафин – фехтование буйынса Донъя кубогының көмөш призеры

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Сан-Франциско ҡалаһында рапирала фехтование буйынса Донъя кубогы ярыштары уҙҙы. Рәсәйҙең ирҙәр йыйылмаһы составында Башҡортостан фехтованиеһы тәрбиәләнеүселәре – Реналь Ғәниев, Тимур Арыҫланов һәм Тимур Сафин сығыш яһаны.

Команда беренселегендә Сафин көмөш призер булды. Финалда Италияның командаһы көслөрәк булып сыҡты — 45:39.