8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2014 йыл, 17:58

Республикала Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған тантаналар дауам итә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған саралар дауам итә.

Яҙыусының тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында яҙыусы тураһында фильм, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың концерттарын күрһәттеләр. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы Профсоюздар йорто эргәһендә уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Талант Мостафа Сафа улын иҫкә алырға абруйлы ҡунаҡтар – БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, хеҙмәттәштәре, театр вәкилдәре килде. Яҙыусылар һәм актерҙар шағирҙың яратҡан әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙе.

24 октябрҙә киске сәғәт етелә Йәштәр театрында юбилей кисәһе уҙасаҡ. Унда Өфө һәм Шишмә районы хакимиәттәре, БР Яҙыусылар союзы вәкилдәре, шағирҙың туғандары һәм уның ижадын хөрмәт итеүселәр ҡатнашасаҡ.

— Сараға килеүселәргә театрлаштырылған программа тәҡдим ителәсәк, унда актерҙар сағыу итеп бөйөк шағирҙың тормошон һәм ижадын һөйләйәсәк, шиғырҙарын уҡыясаҡ, йырҙарын һәм хәтирәләрен башҡарасаҡ, — тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт өлөшө хеҙмәткәре Юлиә Мәзитова.

25 октябрҙә тантаналар Мостай Кәримдең бәләкәй ватанында – Шишмә районында дауам итәсәк. Бында Келәш ауылы мәктәбе эргәһендә ағастар ултыртыу, яҡташтар менән осрашыу һәм «Ҡыҙҙар тауы»нда усаҡ яғыу планлаштырылған. Ҡунаҡтар мәктәптә буласаҡ һәм Шишмә ҡасабаһында район мәҙәниәт йортонда әҙәби-музыкаль кисәлә ҡанташасаҡ. Сара киске сәғәт дүрттә башлана.