3 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2014 йыл, 14:56

Баш ҡалала «Волга һәм Урал араһында-2014» бөтә Рәсәй музыка фестивале уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12-15 ноябрҙә Өфөлә Волга буйы, Урал һәм Коми Республикаһы композиторҙарының «Волга һәм Урал араһында-2014» XXVI бөтә Рәсәй музыка фестивале уҙасаҡ.

Һигеҙ фестиваль концертында ете республика: Башҡортостан, Татарстан, Чувашия, Марий Иле, Удмуртия, Мордовия, Коми Республикаһы вәкилдәренең музыкаһы яңғыраясаҡ.

Фестивалде Өфө сәнғәт академияһының Бәләкәй залында Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзы Секретариатының күсмә ултырышы асасаҡ.

Ошо уҡ көндө Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында симфоник музыка концерты уҙасаҡ. Владислав Казенин (Мәскәү), Рәшит Кәлимуллин (Татарстан), Александр Корепанов (Удмуртия), Нина Кошелеваның (Мордовия) концерттары  һәм Валерий Скобелкиндың симфонияһы (Башҡортостан) яңғыраясаҡ.

13 һәм 14 ноябрҙә фестиваль Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (Химик мәҙәниәт һарайы) Ләйлә Исмәғилеваның «Арҡайым» балеты һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында камера музыкаһы концерттары менән дауам итәсәк. Марий Иле, Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия, Чувашия һәм Мәскәү композиторҙарының романстары һәм миниатюралары башҡарыласаҡ.

15 ноябрҙә фестиваль Башҡорт дәүләт филармонияһында «Дуҫтар музыкаһы» вокал концерты, хор музыкаһы концерты һәм Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында Симфоник музыка концерты менән тамамланасаҡ. Был кис Григорий Архиповтың (Марий Иле), Данил Хәсәншиндың, Рөстәм Сабитовтың, Салауат Сәлмәновтың (Башҡортостан), Эльмира Ғәлимованың, Нәзиб Йыһановтың — Леонид Любовскийҙың (Татарстан), Андрей Галкиндың (Чувашия) эре симфоник әҫәрҙәре менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Фестиваль сиктәрендә музыка фәненең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү менән түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ.

Фестивалгә республиканың алдынғы солистары һәм ижади коллективтары йәлеп ителәсәк – Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры (художество етәксеһе һәм төп дирижеры Рөстәм Сөләймәнов), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Герман Ким етәкселегендәге Симфоник оркестры, БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры – БР халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин), БР Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм дирижеры Алһыу Хәсбиуллина).

Ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй һәм Башҡортостан Композиторҙар союзы.

«Волга һәм Урал араһында» фестивале 1980-се йылдарҙан алып Рәсәй милли республикаларының баш ҡалаларында йыл һайын уҙғарыла. Фестивалде ойоштороусы инициаторҙарының береһе – билдәле башҡорт композиторы Роберт Ғәзизов. Башҡортостанда фестиваль һуңғы тапҡыр 2008 йылда уҙа. Өфө композиторҙарҙы бишенсе тапҡыр ҡабул итәсәк.

темалар: фестиваль