9 декабрь, Йома

21 октябрь 2014 йыл, 14:19

Аграр университеты баскетболсылары «EuroСup-2015»-кә тәүге аҙым яһаны

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Халыҡ-ара студент баскетбол лигаһы «EuroСup-2015»-кә милли һайлап алыу уйындары башланды. Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы миҙгелде еңеү менән асты – Магнитогорск менән күсмә мачта баскетболсыларыбыҙ «Металлург-университет»ын 82:56 иҫәбе менән еңде.

Студент баскетбол командаларын һайлау уйындары Халыҡ-ара студент баскетбол лигаһында ҡатнашыусы башҡа илдәрҙә лә — Германияла, Грузияла, Израилдә, Латвияла, Литвала, Сербияла, Төркиәлә, Хорватияла, Черногорияла, Чехияла, Эстонияла һәм Японияла бара. Рәсәй ойоштороусы хоҡуғында бер команданы түгел, ә дүртәүҙе һайлап аласаҡ. Милли һайлап алыу уйындары буйынса иң яҡшылар 2015 йылдың февраль-майында Европа пъедесталы өсөн көс һынашасаҡ.

Әгәр Өфө — Магнитогорск уйынында башҡорт «аграрийҙарын» еңеп сыҡһа, улар ике Мәскәү вузы еңеүселәре Рәсәй дәүләт физик культура университеты һәм Мәскәү дәүләт университеты менән осрашасаҡ. Мәскәү дәүләт университеты быйыл Мәскәү «Динамо»һы уйынсылары менән килешеү төҙөгән – унда улар өйрәнә һәм үҙ юғары уҡыу йорто өсөн уйнай. Шуға күрә Мәскәү дәүләт университеты командаһы бик көслө һәм тәүге осрашыуҙа Рәсәй дәүләт физик культура университетын еңде.

Өфө баскетболсыларының Магнитогорск менән яуап матчы 31 октябрҙә киске сәғәт етелә Башҡорт дәүләт аграр университеты спорт залында уҙасаҡ.