4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2014 йыл, 12:21

Мәғариф – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының хеҙмәте түгел — дөйөм милләт милке

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы киңәйтелгән ултырышта Пензала, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында, уҙған Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Ил өсөн сифатлы белем биреү» форумы йомғаҡтарына фекер алышты.

— Форум Рәсәйҙең мәғариф системаһы өсөн кәрәкле ине, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк штабы рәйесе Эльвира Айытҡолова. — Һуңғы йылдарҙа был тармаҡты модернизациялауға федераль һәм төбәк бюджеттарынан, алдан бер ҡасан да йүнәлтелмәгән, ҙур күләмдәге саралар бүленә. Ҡеүәтле финанслауҙа, әлбиттә, ил мәғарифта сифатлы алға китеште көтә, әммә ниңәлер сифат йылдан-йыл түбәнәйә. Был кире пропорционаллек менән бәйле системаның мониторингы уҙғарылды. Әйтеп үтергә кәрәк, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты мәғлүмәттәре төбәктәрҙең башҡарма власы ебәргән отчет һөҙөмтәләре буйынса РФ Мәғариф министрлығы күрһәткән мәғлүмәттәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Отчеттар буйынса мәғариф системаһында барыһы ла яҡшы килеп сыға, ә ысынында иһә ғөмүмән икенсе хәлде күрәбеҙ. Шуға күрә беҙгә мәғариф системаһын яҡшыртыу буйынса эштең алгоритмын яҡшылап эшләргә кәрәк, ул аҙаҡтан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабына йүнәлтеләсәк.

Киңәйтелгән ултырышта Пензала уҙған форумда күтәрелгән бер нисә һорау ҡаралды: белем биреү киңлегенең берҙәмлеген тергеҙеү, уҡыу йорттарында отчет документ әйләнешен ҡыҫҡартыу, инженерҙар һәм педагогтар өсөн биш йыллыҡ специалитетҡа ҡайтыу, мәғариф идара итеү советтары өсөн методик кәңәштәр әҙерләү, коррекция мәктәптәрен бөтөрөү, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу, мәктәп һәм урындағы власть менән конструктив диалогтың әһәмиәте.

Мәғариф форумында ҡатнашыусы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары проблеманың илдең бөтә төбәктәрендә ла бер үк булыуын, Владимир Путин менән бергәләп уларҙы асыҡтан-асыҡ тикшереүҙәрен билдәләнеләр.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы вәкилдәре оҡшаш форумды республикала ла үткәреү фекере менән сығыш яһаны.