8 декабрь, Кесе йома

21 октябрь 2014 йыл, 11:36

«Өфө» аэропорты көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнеп бөтөп килә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек тамамланып килә, тип хәбәр итә Өфө авиация үҙәгенең матбуғат хеҙмәте. Аэропорттың ер өҫтө осоштарын тәьмин итеү хеҙмәттәре һәм бүлектәре транспортҡа һәм махсус техникаға миҙгелле хеҙмәтләндереү үткәрҙе, технологик һәм янғын-техник ҡорамалдарының, аэродромдың һәм осоу-ултырыу һыҙаттарының, коммуникация сараларының файҙаланыу әҙерлеген тикшерҙе. Пассажирҙарҙы һәм һауа караптарын хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашҡан бүлексәләр персоналдары махсус инструктаж һәм уҡыу үтте. «Аэропорт персоналының профессиональ белемен автоматик рәүештә контролдә тотоу системаһы (WTEST)» өсөн тест һорауҙары әҙерләнгән. «Өфө» аэропорты тәүге тапҡыр күнекмә самолетында ер өҫтө хеҙмәттәре дәрестәрен үткәрҙе.

2014-2015 йылдың көҙгө-ҡышҡы осорон айырым шарттар айыра: һауа караптарын хеҙмәтләндереү бер үк ваҡытта халыҡ-ара терминалын төҙөү һәм аэродром ҡоролмаларын реконструкциялау менән бара. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү хәүефһеҙлеген һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы арттырыу маҡсатында перронда һауа караптарын боҙ менән ҡапланыуҙан һаҡлаусы шыйыҡса менән эшкәртеү өсөн махсус майҙансыҡ төҙөлә һәм йыһазландырыла. Өфө аэропорты өсөн был яңы ҡоролма шыйыҡсаны йыйыу һәм утилләштереү системаһы менән йыһазланған. Ҡабул ителгән саралар ҡар яуғанда, боҙлауыҡ ваҡытында, һауа температураһы ҡапыл кәмегәндә осоштарҙың хәүефһеҙлеген һәм даимилығын тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Көҙгө-ҡышҡы миҙгел шарттарындағы эшкә аэропорт 26 октябрҙә тотона.