6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2014 йыл, 10:19

Республиканың йәш рәссамдары төбәк-ара проектта ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың йәш рәссамдары, ошо көндәрҙә Һамарҙа барған, Илья Репиндың 170 йыллығына арналған төбәк-ара күргәҙмә проектында ҡатнаша.

Экспозицияла Башҡортостандан 20 рәссамдың әҫәрҙәре тәҡдим ителгән, улар араһында Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы, Өфө сәнғәт училищеһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары.

— Күргәҙмә йәш рәссамдарҙың иғтибарын ысын һынлы рәсем мәктәбенең традицияларын һаҡлауға йәлеп итә — жанр композицияларында тыуған төйәктең тарихын, пейзаждар төшөргәндә тыуған яҡтың матурлығын асыу, портрет жанрында замандаштарҙың образдарын тыуҙырыу. Шулай уҡ проект күргәҙмә киңлегендә лә, нәфис тәнҡит даирәһендә лә йәш рәссамдарҙың эштәрен күрһәтеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Рәссамдар союзынан.

Бөйөк рус рәссамы Илья Репиндың исеме Һамар ере менән тығыҙ бәйләнгән. Репин рәссамдар Федор Васильев, Евгений Макаров һәм үҙенең ағаһы Василий менән бергә 1870 йылда Жигулила, артабан Ширяев Буеракта йәшәй. Рәссам Һамар губернияһының Царевщина, Курумоч, Моркваши ауылдарында һәм Царев Ҡурғанында була.

Проекттың ойоштороусылары – Рәсәй Рәссамдар союзының Һамар ойошмаһы һәм В.П.Алабин исемендәге Һамар тарих-крайҙы өйрәнеү музейы.

темалар: күргәҙмәләр