9 декабрь, Йома

21 октябрь 2014 йыл, 9:33

Социаль хеҙмәтләндереү тураһындағы яңы законды ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия ойошторола

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында социаль хеҙмәтләндереү тураһындағы яңы законды аңлатыу буйынса «ҡыҙыу линия» асылған, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. «Рәсәй Федерацияһы граждандарын социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында»ғы 442-се федераль законды ғәмәлгә ашырғанда, шул иҫәптән социаль хеҙмәттәр алыусыларҙың хоҡуҡтары һәм йөкләмәләре буйынса килеп тыуған һорауҙар менән (347) 218-06-83 телефоны (БР Хеҙмәт министрлығының методология һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү бүлеге) буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. «Ҡыҙыу линия»ның эш ваҡыты – ғәҙәти көндәрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем, төшкө тәнәфес – төшкө берҙән алып икегә тиклем. Һорауҙарҙы шулай уҡ zubakova.kp@bashkortostan.ru адресы буйынса электрон почтаға ебәрергә мөмкин.