5 декабрь, Дүшәмбе

20 октябрь 2014 йыл, 14:16

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына Ғәскәров исемендәге ансамбль яңы постановка әҙерләй

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Һалдат бейеүе» постановкаһы өҫтөндә эшләй. Ул, 2015 йылда билдәләнәсәк, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Бейеүҙең хореографы – Көньяҡ Осетия Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, доцент, Һамар дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының халыҡ бейеүҙәре кафедраһы мөдире, «Волга биҙәктәре» ансамбленең художество етәксеһе Алексей Шишкин. Башҡорт ансамбленең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, ул Ғәскәров исемендәге ансамбль коллективы менән яҡшы таныш – Алексей Шишкин ғәскәровсыларҙың репертуарына ингән өс рус бейеүенең (улар араһында күптәрҙең күңеленә хас килгән «Калинка» ла) ҡуйыусыһы.

Бейеүҙә тулыһынса коллектив йәлеп ителәсәк. Әлеге ваҡытта костюмдарҙың эскиздары өҫтөндә эш алып барыла, ә яңы композицияның репетициялары ғинуарҙа башланасаҡ.