Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған фестиваль старт алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Үткән көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәримдең һәйкәле эргәһендә Башҡортостандың халыҡ шағирының 95 йыллығына арналған төбәк-ара әҙәбиәт фестивален асыу тантанаһы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлегенән.

— Бына инде 9 йыл Мостай Кәримһеҙ йәшәйбеҙ. Уның уйҙары, китаптары һәр саҡ беҙҙең менән. Улар беҙҙең кәңәшселәребеҙ, тормоштоң тәрән аҡыллылыҡ сығанаҡтары, улар менән гел генә эшләгән эштәребеҙҙе, пландарыбыҙҙы һәм маҡсаттарыбыҙҙы сағыштырабыҙ, — тип билдәләне үҙенең сәләмләү телмәрендә район хакимиәте етәксеһе Альбина Йосопова. — Үҫеп килгән быуындың, йәш кешеләрҙең күберәк Мостай Кәримдең үҙе һәм уның ижады тураһында  белеүҙәре бик мөһим. Сөнки уның бөтә тормошо – ул барыбыҙ өсөн дә өлгө!

Митингта ҡатнашыусылар яҙыусы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, Мостай Кәримдең үҙенең һәм уға арналған шиғырҙарҙы уҡынылар.

Сара һуңында шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалдылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть