Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 26 октябрҙән алып даими «йәйге» ваҡыт бөтөрөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

  Бөтә Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла 26 октябрҙән алып даими «йәйге» ваҡыт бөтөрөлә. Яңы ваҡыт иҫәпләү тәртибе урындағы ваҡыт буйынса 2 сәғәттә, Удмурт Республикаһы, Һамар һәм Кемерово өлкәләре, Камчатка крайы һәм Чукотка автономиялы округынан тыш, илдең бөтә территорияһында сәғәт уҡтары бер сәғәткә артҡа күсерелгәс эшләй башлай. Байкал аръяғы крайында һәм Магадан өлкәһендә сәғәт уҡтары ике сәғәткә артҡа күсерелә.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, яңыртылған ваҡыт иҫәпләү тәртибе Мәскәү ваҡытының сәғәт зоналарында урындағы ваҡытты иҫәпләүҙә башланғыс ваҡыт булып хеҙмәт итеүен һәм милли ваҡыт шкалаһында өсөнсө сәғәт бүлкәтенә тап килеүен күҙ уңында тота. Күпселек Рәсәй субъекттарында сәғәт бер сәғәткә артҡа күсерелә.

Шулай уҡ илдәге элекке туғыҙ сәғәт зонаһы урынына 11-ҙе ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан Пермь крайы, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары менән бер рәттән дүртенсе сәғәт зонаһына (Мәскәү+2, UTC+5) ҡарай.

2014 йылдың 21 июлендәге 248-се «Ваҡытты иҫәпләү тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Федераль законға ярашлы, был сәғәт күсереү илебеҙҙә һуңғы тапҡыр буласаҡ – бынан ары ваҡыт иҫәпләү үҙгәрергә тейеш түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть