Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Standard & Poor's агентлығы Башҡортостандың кредит рейтингын раҫланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Республикаһының кредит рейтингы «ВВВ-» кимәлендә раҫланды. Тейешле ҡарарҙы тикшеренеүҙәрҙән һуң Standard & Poor's (S&P) халыҡ-ара рейтинг агентлығы сығарған, тип хәбәр итә республиканың Финанс министрлығы.

Был инвестиция категорияһына тиклем оҙаҡ сроклы кредит рейтингы республикала 2013 йылдың 30 апрелендә күтәрелгән һәм ағымдағы йылдың 18 апрелендә раҫланған.

S&P эксперттарҙың баһаһы буйынса, Башҡортостан ыңғай ликвидлыҡ күрһәткестәре, түбән бурыс кимәле, уртаса юғары финанс күрһәткестәре һәм юғары булмаған шартлы йөкләмәләр кимәле менән айырыла.

Тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының кредит рейтингын Standard & Poor's агентлығы 2001 бирә. Бөтә күҙәтеү осоронда төбәктең рейтингы алты баҫҡысҡа:  «В−»нан алып «BBВ−»ға тиклем күтәрелә.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары менән бер кимәлдәге кредит рейтингына эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть