3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2014 йыл, 12:06

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Универсиадаһы старт алды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 18 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Универсиадаһы старт алды.

Ойоштороусылары – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, РФ Фән һәм халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитеты, республиканың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм «Буревестник» профсоюз физкультура-спорт клубы.

Был сараның маҡсаттары һәм бурыстары иҫәбендә – юғары уҡыу йорттары студенттарын даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, студенттарҙың әҙерлек кимәлен һәм оҫталығын арттырыу, шулай уҡ уҡытыу-күнекмә эшенең сифатын күтәреү.

Быйыл Универсиадала 13 юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы, Башҡортостан социаль технологиялар институты, Стәрлетамаҡ физик культура институты, Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университеты, Башҡорт физик культура институты һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары ҡатнаша.

Программа үҙ эсенә 29 спорт төрөн индерә: спорт аэробикаһы, бадминтон, баскетбол, бокс, көрәш, грек-рим көрәше, волейбол, гандбол, гер спорты, дзюдо, кикбоксинг, еңел атлетика, саңғы ярыштары, мини-футбол, өҫтәл теннисы, пауэрлифтинг, йөҙөү, ҡышҡы һәм йәйге полиатлон, мини-лапта, самбо, спорт ориентирланыу (йүгереү), спорт туризмы, атыш, ауыр атлетика, шахматтар.

Уҡыу йылы дауамында ярыштар республика юғары уҡыу йорттарырының спорт базаларында уҙғарыласаҡ. 2015 йылдың 25 майында йомғаҡ яһаласаҡ. Универсиаданы баскетбол буйынса ярыштар аса.