7 декабрь, Шаршамбы

20 октябрь 2014 йыл, 11:24

Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй йәштәр делегацияһы составында Ҡытайға бара

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Рәсәй йәштәр делегацияһы Ҡытайға бара. Делегация составына илдең бөтә төбәктәренән 100 кеше – йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары, инновация секторы, бизнес, финанс, юриспруденция, фән, медицина, дәүләт хеҙмәте вәкилдәре инә. Башҡортостандан Ҡытайға БР Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө» автономиялы коммерция булмаған ойошма хеҙмәткәре Елена Арямнова, Рәсәй Йәштәр союзының төбәк бүлексәһе рәйесе Диана Вәлиева һәм Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев бара.

Ҡытайҙа Рәсәй делегацияһы 7 көн буласаҡ — 20-27 октябрҙә. Был ваҡыт эсендә осрашыуҙа ҡатнашыусылар тәжрибәләре һәм белемдәре менән уртаҡлаша, шулай уҡ Рәсәй һәм Ҡытай йәштәре араһында мөнсәбәттәрҙе һәм бәйләнештәрҙе нығыта аласаҡ. Сәфәр сиктәрендә Ҡытай-Рәсәй йәштәр эшлекле форумы, шулай уҡ мәҙәни һәм мәғариф саралар уҙасаҡ. Аҙна дауамында Рәсәй йәштәре Ҡытай етәкселеге һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашасаҡ, Үҙәк Комсомол Комитетында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа буласаҡ.

темалар: сәфәрҙәр