6 декабрь, Шишәмбе

20 октябрь 2014 йыл, 10:55

Был аҙнала Башҡортостанда ҡышҡы һауа торошо хөкөм һөрәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостан территорияһында һыуыҡ һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк – төньяҡ-көнбайыштан әүҙем циклон ҡыш алды күренештәренең киң спектрын һәм температураны килтерәсәк.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, 20 октябрҙән һауа температураһы республика буйынса көндөҙ плюс биш градустан юғарыраҡ күтәрелмәйәсәк, төндә урыны менән минус биш-ете градусҡа тиклем төшәсәк.

Шулай уҡ был көндәрҙә төндә синоптиктар һалҡын һауа торошон күҙаллай, көслө ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, урыны менән ваҡытлыса ҡар ҡаплаясаҡ. Сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, уртаса көндөҙгө һауа температураһы республика буйынса 3-6 градус тәшкил итәсәк.

Ҡыҫҡа ваҡытлы йылытыу шаршамбы, 22 октябрҙә, көтөлә, көндөҙ — 6 градус йылы, төндә — минус бер градусҡа тиклем.

Үҙгәреүсән һауа торошо аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк. Йома һәм ял көндәрендә термометр бағанаһы иң түбән күрһәткестәргә тиклем төшәсәк. 24, 25 һәм октябрҙә төндә ете-һигеҙ градусҡа тиклем һыуытасаҡ, көндөҙ шулай уҡ һыуыҡ – минус ике-өс градус буласаҡ, ел йүнәлеше уртаса төньяҡтан, бер аҙ ҡар яуасаҡ.