5 декабрь, Дүшәмбе

20 октябрь 2014 йыл, 9:58

Рөстәм Хәмитов малсылыҡты һәм фермер хужалығын үҫтереү буйынса видеоселектор кәңәшмәлә сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ауыл ерендә малсылыҡты һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү тәҡдиме менән 17 октябрҙә уҙған бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Профилле ведомство башлыҡтары һәм бер нисә төбәк башлығы ҡатнашлығындағы кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев уҙғарҙы.

РФ Хөкүмәте башлығы «Рәсәйҙең эске аҙыҡ-түлек баҙарына сит илдәрҙән ит, һөт һәм һөт ризыҡтарын индереүҙе кәметергә кәрәк» тигән бурыс ҡуйҙы.

— Был эштә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етди ярҙам күрһәтә ала, — тине Дмитрий Медведев. — 2013 йылда уҡ илебеҙ ауыл хужалығы продукцияһының 10 процентын, малсылыҡта – биш процент самаһын шәхси эшҡыуарҙар һәм фермерҙар етештергән.

Дмитрий Медведевтың әйтеүе буйынса, әлеге ваҡытта ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы төҙәтелә. Унда малсылыҡ та, хужалыҡ итеүҙең кесе формалары ла өҫтөнлөклө булып тора.

Кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, ауыл ерендә хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын уңышлы үҫтереү өсөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы маҡсатлы рәүештә фермер хужалыҡтары кимәленә тиклем үҫтерергә кәрәк, тип үҙ фекерен белдерҙе.

— Тап шәхси ярҙамсы хужалыҡтан ғына фермерҙы үҫтереп булыуын аңлайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өс – иң күбендә биш проценты – ныҡлы. Элек уларҙы, етештереү саралары, малдары булғанлыҡтан, «урта хәллеләр» тип йөрөтә торғайнылар. Беҙҙең төп бурыс – был урта хәлле хужалыҡтарға фермерҙар кимәленә тиклем «үҫергә» ярҙам итеү. Бының өсөн аҡса кәрәк. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға аҡса бөтөнләй бирмәйбеҙ тиерлек. Минең ҡарашҡа, көслө хужалыҡтар иҫәбенән фермерҙарҙы аңлы рәүештә үҫтерә башлау өсөн федераль йәки бер нисә пилот төбәк кимәлендә программа ҡарарға мөмкин.

Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереүгә бөгөн яйға һалынған продукцияны һатыу системаһының булмауы ҡамасаулай, тип иҫәпләй республика Президенты.

— Логистик үҙәктәр, төрлө-төрлө һаҡлау урындары кәрәк. Бик ҙур программа талап ителә, — тине Рөстәм Хәмитов һәм республика бындай проекттарҙы бергәләп финанслауға ҡушылырға әҙер, тип өҫтәне.

Тармаҡҡа финанс ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләгәндә, Башҡортостан Президенты яңы инвестиция кредиттары буйынса процент ставкаларын субсидиялауҙы һаҡлауға, һөт етештереүгә дәүләт ярҙамын күрһәтеүгә һәм субсидиялау механизмын ябайлаштырыуға үҙ ҡарашын белдерҙе.

— Ауыл хужалығы предприятиеларын субсидиялау механизмы ҡатмарлы. Бөгөн ауыл хужалығы етештереүселәре иң тәүҙә кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаларын түләй, уны артабан дәүләт өлөшләтә ҡайтара. Аграрийҙар шунда уҡ ташламалы процент ставкалары буйынса кредиттар алһа күпкә уңайлыраҡ булыр ине – ул ҡағыҙ эшен кәметер ине, — тине Рөстәм Хәмитов.

Дөйөм алғанда, республика Президентының әйтеүе буйынса, Башҡортостан «тармаҡҡа эре инвестициялар йәлеп итеүгә, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары көсө менән ауыл хужалығы производствоһының күләмен арттырыуға» ставка яһай. Күп кенә позициялар буйынса республика беренселектә тора. Атап әйткәндә, әгәр ил буйынса дөйөм алғанда һөт күләме кәмеһә, Башҡортостанда – дүрт процентҡа артты. Йыл йомғаҡтары буйынса 1,77 миллион тонна самаһы һөт һауып алынған – ул дөйөм Рәсәй етештергән күләмдең алты проценттан ашыуы. «500 ферма» республика программаһы буйынса 100-ҙән ашыу һөт фермаһы йүнәтелгән һәм яңыртылған – шул уҡ ваҡытта «сығымдарҙың 50 процентын ауыл хужалығы етештереүселәренә республика бюджеты иҫәбенә ҡаплайбыҙ».

Башҡортостанда 590-дан ашыу шәхси ярҙамсы һәм 5,5 меңдән ашыу фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуар иҫәпләнә. Фермер хужалыҡтары бөтә республика сәсеүлектәренең 22 процент майҙанын (670 мең гектар) эшкәртә, 18,8 процент иген (382 мең тонна), орлоҡҡа 20 процент көнбағыш (54 мең тонна), 13 процент шәкәр сөгөлдөрө (228 мең тонна), 3 процент йәшелсә (16 мең тонна) етештерә. Фермерҙарға республикалағы мал һәм ҡош ите производствоһы күләменең 4 процент самаһы (16 мең тоннаһы) һәм һөттөң 7 проценты (112 мең тонна) тура килә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар картуфтың 97 процентын (1 миллион тоннанан ашыуын), йәшелсәнең 79 процентын (281 мең тонна) үҫтерә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың республикалағы дөйөм эре мөгөҙлө мал башында өлөшө – 55 процент, һарыҡ һәм кәзәлә – 87 процент, ҡош-ҡортта – 30 процент.