9 декабрь, Йома

17 октябрь 2014 йыл, 16:49

Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәрен автомобиль шиндарын ҡышҡыға алмаштырырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң боҙолоуы менән бәйле Өфө хакимиәте автоһәүәҫкәрҙәрҙе автомобиль шиндарын ҡышҡыға алмаштырырға саҡыра. Бының хаҡта бөгөнгө брифингта ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов хәбәр итте.

Гидрометеорология үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, 18-21 октябрҙә республикала һауа торошоноң ныҡ ҡына үҙгәреүе, төнгө ваҡытта һауа температураһының минус 12 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, ваҡытлыса ҡар ҡапламы менән ҡапланыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

— Өфөгә ҡыш килә. Өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына мөрәжәғәт итәм. Иң тәүҙә юлға сығыуҙан туҡталып тороуҙарын һорайым, юл хәле ҡатмарланасаҡ. Йәйге осорҙан ҡышҡыға күсеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр саҡ ауыр үтә. Һәр йыл бер уҡ хәлде күҙәтәбеҙ: әгәр беҙҙең күренекле Сипайлово тауына менгәндә транспорт сараһы йәйге резинала булһа, ул юлда торасаҡ – уны алғанға тиклем Сипайловоға бер кем дә инә лә, унан сыға ла алмаясаҡ. Юл транспорт ваҡиғаһына тарымаҫ өсөн транспорт сараларын ҡышҡы шиндар менән тәьмин итергә һәм бер аҙ йөрөтөү стилен ҡайтанан ҡарарға, хәлде баһаларға кәрәк, — тип өндәне Салауат Хөсәйенов.

Ҡала коммуналь хеҙмәттәре ҡышҡы осорға тулыһынса әҙер, тип белдерҙе ҡала башлығы урынбаҫары. Әммә улар автоһәүәҫкәрҙәр менән үҙ-ара килешеп эш иткәндә генә һөҙөмтәле эшләй аласаҡ.

Шулай уҡ граждандарҙы йылытыу ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә һәм йорттарҙа электр селтәрҙәренә артыҡ көс төшөрмәҫкә саҡыралар.

темалар: юл хәрәкәте