8 декабрь, Кесе йома

17 октябрь 2014 йыл, 15:48

Михаил Бабич Волга буйында торлаҡ һалыу күләмдәре буйынса Башҡортостанды лидер тип атаны

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Волга буйы федераль округында торлаҡ һалыу күләмдәре буйынса Башҡортостанды лидер тип атаны. Төбәктәрҙә торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре Һарытауҙа кәңәшмәлә тикшерелде.

Ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының майҙағы указдарын үтәү сиктәрендә эконом класлы торлаҡ төҙөү күләмдәрен арттырыу өсөн федераль һәм төбәк кимәлендә ҡабул ителгән сараларҙы тикшерҙе. Михаил Бабич хәбәр итеүенсә, Волга буйында ағымдағы йылдың һигеҙ айында 1 миллион квадрат метр самаһы эконом класлы торлаҡ төҙөлгән. Ул былтырғы кимәлдән 55 процентҡа күберәк.

— Һуңғы ваҡытта ҡабул ителгән иң мөһим сара – ул Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының бөгөн аныҡ ҡына итеп эконом класлы торлаҡты билдәләй алырлыҡ бөтә норматив-хоҡуҡи базалар пакетын әҙерләүе. Хәҙер хаҡтарҙы билдәләргә ҡалды. Дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ варианттарын тәьмин итеүгә берҙәм алымдар барлыҡҡа килде. Ул төбәктәрҙә эштәрҙе етди яйға һалырға мөмкинлек бирҙе, — тине тулы хоҡуҡлы вәкил.

Михаил Бабич шулай уҡ, РФ субъекттары бөгөн Төҙөлөш министрлығы, Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү фонды менән үҙ-ара эш итә, шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөндә төҙөүселәр менән бергәләп ҡатнашып ер участкаларына, инженер инфраструктураһы төҙөлөшөнә үҙ аукциондарын уҙғара, тип билдәләне.

— Был дәүләт өлөшө эконом класс критерийҙарына һәм параметрҙарына тиклем торлаҡҡа хаҡтарҙы кәметеү өсөн тәғәйенләнгән. Төрлө төбәктәрҙә ул төрлөсә, әммә дөйөм алғанда ул 30 мең һумға тиклем буласаҡ. Ул беҙ эконом класҡа индергән торлаҡ, — тип белдерҙе тулы хоҡуҡлы вәкил.

Михаил Бабичтың әйтеүе буйынса, торлаҡ һалыу күләмдәре буйынса Башҡортостан (1,5 миллионн квадрат метр) округта лидер булып тора, Татарстанда ла оҡшаш күрһәткес. Торлаҡ осһоҙ булһын өсөн, дәүләт власы органдарына уның хаҡын кәметеү буйынса саралар ҡабул итеү мөһим. Шунлыҡтан «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһы ғәмәлгә ашырыла, торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә, «голланд» тип аталған аукциондар уҙғарыла, унда еңеүселәр айырым граждандар категорияһына, Рәсәй Төҙөлөш министрлығының хаҡынан артмаған, билдәләнгән хаҡтар буйынса торлаҡ һата.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ