10 декабрь, Шәмбе

17 октябрь 2014 йыл, 14:12

Йәш журналистарҙың сираттағы фестивале Ҡадракүл буйында үтәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23-24 октябрҙә Туймазы районында, Ҡандракүл эргәһендәге йәмле урында, йыл һайынғы XI Йәш журналистар фестивале үтәсәк.

Фестивалде асыу тантанаһында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов сығыш яһаясаҡ. Программала Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный һәм Рәсәй Журналистар союзы рәйесе советнигы Людмила Жуковскаяның сығыштары күҙалланған. Башҡортостандың йәш журналистары алдында лекциялар һәм оҫталыҡ кластары менән ғәҙәттәгесә алдынғы республика баҫмалары етәкселәре сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ Туймазы ҡалаһы һәм районы предприятиелары һәм ойошмалары буйлап медиа-тур, Рәсәй журналистикаһының һәм киң мәғлүмәт сараларының танылған вәкилдәре ҡатнашлығында эшлекле уйындар һәм конкурстар көтөлә.

Йәш журналистарға үҙенең районы, ҡалаһы, республикаһы сиктәрендә мөһим, иҫтә ҡалырҙай саралар тураһында һөйләүсе, БР Мәҙәниәт йылына арналған, «Тыуған төйәк буяуҙары» конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителә. Фестиваль программаһы сиктәрендә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурс еңеүселәре иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Сараның ентекле программаһы киләһе аҙнала БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм БР Журналистар союзы сайттарында баҫыласаҡ.

Фестивалдең ойоштороусылары – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм «Йәшлек» гәзите редакцияһы.