Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Санкт-Петербург университеты аспиранты һәм магистранты Башҡортостан Президенты стипендияһын аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Санкт-Петербург дәүләт университеты аспиранты Диана Ямаловаға һәм ошо уҡ уҡыу йорто магистранты Марат Сәйфуллинға Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиялары тәғәйенләнгән. Санкт-Петербург дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Диана Ямалова университетта дискрет математика һәм математика кибернетикаһын, ә Марат Сәйфуллин ғәмәли информатиканы өйрәнә.

Башҡортостан Президенты стипендиялары республиканың ғилми ойошмалары һәм юғары белем биреү уҡытыу ойошмалары докторанттарына һәм аспиранттарына, БР юғары белем биреү уҡытыу ойошмалары һәм профессиональ белем биреү ойошмалары студенттарына, шулай уҡ республиканан ситтә уҡыған төбәк студенттарына тәғәйенләнә.

Илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә белем алыусы, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә уңышҡа эйә булған студенттар һәм аспиранттар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының исемле стипендиялары 2012 йылда булдырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2008 йылда Санкт-Петербург дәүләт университеты һәм Башҡортостан Республикаһы араһында стратегик уҙаҡташлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть