8 декабрь, Кесе йома

17 октябрь 2014 йыл, 12:04

Күмертауҙа «Моноҡала шарттарында бизнес үҫеше» төбәк бизнес-миссия уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Күмертауҙа «Моноҡала шарттарында бизнес үҫеше» төбәк бизнес-миссия уҙҙы. Форумдың 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыһы эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бизнес алып барыуҙа иң яҡшы практиканы күрһәтте, шулай уҡ республика территорияһында төбәк концепцияларын һәм брендтарын алға этәреүгә йүнәлеш алды.

— Күмертау – иҡтисад структураһы монопрофилле булған ҡала, — тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев. — Бындай шарттарҙа тик үҙеңә, үҙ ресурстарыңа һәм потенциалыңа ғына ышанырға ҡала. Моноҡалаларҙы бик күп бәләкәй предприятиелар булған етештереү үҙәктәренә үҙгәртеп ҡороу талап ителә. Нәҡ эшҡыуарлыҡ территория үҫешенең эске импульсын билдәләй һәм ҡаланың иҡтисадын диверсификациялауҙа башланғыс нөктә булып тора ала.

Бизнес-миссияла ҡатнашыусылар шулай уҡ ҡалалағы төп предприятиеларҙың эше менән танышты. Һуңынан форум ҡунаҡтары түңәрәк өҫтәл үткәрҙе, унда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм сауҙа, дөйөм туҡланыу өлкәһендә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды.