Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Шәжәрә байрамы»на йомғаҡ яһаласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

18 октябрҙә көндөҙгө сәғәт икелә Ауырғазы районының Талбазы ауылында район Мәҙәниәт йортонда «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамының финалы уҙасаҡ.

Мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында ғаилә династиялары конкурсының беренсе өлөшө үтәсәк. Байрам сиктәрендә Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре ҡаралған. Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәжәрәләре конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, еңеүселәр бүләкләнәсәк.

Быйыл конкурсҡа республиканың төрлө мөйөштәренән: Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Салауат, Мәсетле һәм бик күп башҡа райондарҙан 41 эш ебәрелгән. Тәҡдим ителгән бөтә эштәр ҙә сағыу итеп биҙәлгән, тематик критерийҙар буйынса бүленгән, бай күрһәтмәле сығанаҡтар һәм архив документтары менән беркетелгән.

— «Шәжәрә байрамы» Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында уҙа. Шәжәрә байрамын үткәреү алымдары һәм тупланған тәжрибәне дөйөмләштереү өҫтөндә ғалимдар – тарихсылар һәм социологтар кеүек, Башҡортостандың мәҙәниәт, мәғариф, әҙәбиәт, ЗАГС бүлеге, архив хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре лә эшләй. Йыл һайын шәжәрә байрамы, ҡатнашыусыларҙың иҫәбен арттырып, республика ҡалалары, райондарының яңы ҡатламдарын һәм төркөмдәрен солғап ала, — тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть