8 декабрь, Кесе йома

17 октябрь 2014 йыл, 9:58

Сәнәғәт производствоһы индексы Башҡортостанда ғинуар-сентябрь йомғаҡтары буйынса 102,5 процент тәшкил иткән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-сентябрь йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт производствоһы индексы 2013 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырмаса 102,5 процент тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Дөйөм Рәсәй күрһәткесе – 101,5 процент. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә 97,3 проценттан алып (Ульянов өлкәһе) 113,5 процентҡа тиклем (Мордовия Республикаһы) үҙгәрә.

Сентябрҙә сәнәғәт производствоһы Башҡортостанда 2013 йылдың сентябренә ҡарата 4,9 процентҡа һәм 2014 йылдың авгусына ҡарата 6,7 процентҡа артҡан.

Былтырғы оҡшаш күрһәткестәрҙе арттырыу химия сәнәғәтендә (2013 йылдың ғинуар-сентябренә ҡарата 111,2 процентҡа), машина эшләүҙә (109), ағас эшкәртеүҙә (105,5), электр ҡорамалдары етештереүҙә (104,0), файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа (103,6), электр энергияһы, газ һәм һыу етештереүҙә һәм бүлеүҙә (102,7), аҙыҡ-түлек (102,6), нефть продукттары (101,6), башҡа металл булмаған минерал продукттар етештереүҙә (101,5) билдәләнә.

Күләмдәр целлюлоза-ҡағыҙ етештереүҙә, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә (39,8 процентҡа), резина һәм пластмасса изделиелары етештереүҙә (11,9 процентҡа), текстиль һәм тегеү предприятиеларында (8,5-кә), күн һәм аяҡ-кейем етештереүҙә (8,4-кә), металлургияла (5,4-кә), шулай уҡ транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереүҙә (2,8-гә) кәмегән.