5 декабрь, Дүшәмбе

17 октябрь 2014 йыл, 8:46

Сенатор Лилиә Ғүмәрова төбәктәрҙә мәҙәниәтте үҫтереүгә федераль саралар бүлеү практикаһын дауам итергә тәҡдим итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сенатор Лилиә Ғүмәрова төбәктәрҙә мәҙәниәтте үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан саралар бүлеү практикаһын дауам итергә тәҡдим итте.

Бының хаҡта Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко етәкселегендә уҙған, Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында үҙ сығышында әйтте.

Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова мәҙәниәт өлкәһендә Башҡортостандың яңылыҡтарын һәм ҡаҙаныштарын һөйләне, ултырышҡа йыйылғандарҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә эре социаль-мөһим саралар уҙғарыу, Башҡортостан Президентының миллионлыҡ гранттарын бүлеү юлы менән ижади проекттарға ярҙам итеү буйынса республиканың тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Башҡортостандан билдәләнгән сенатор төбәктәрҙә мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә федераль саралар бүлеү практикаһын дауам итеүҙең мөһимлеген һәм көнүҙәклеген билдәләне.

— Һуңғы йылда Башҡортостан федераль программаларҙа әүҙем ҡатнашып Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыуға, музейҙарҙы һәм модель китапханаларҙы компьютерҙар, балалар музыка мәктәптәрен ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға, муниципаль мәҙәни үҙәктәр булдырыуға һәм уларҙы йыһазландырыуға 62 миллион һумдан ашыу федераль саралар йәлеп итә алды, — тип билдәләне сенатор.

Бынан тыш, Лилиә Ғүмәрова халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, субъект һәм муниципаль кимәлендәге программаларҙы күрһәтеп махсус йыйынтыҡ сығарыу өлкәһендә маҡсатлы муниципаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса субъекттарҙың тәжрибәһен дөйөмләштереү инициативаһын белдерҙе. Был фекерҙе ойоштороу комитетының күпселек ҡатнашыусылары, шул иҫәптән Рәсәй Парламентының юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенко ла хупланы. Тәҡдим ултырыш протоколына индерелде.

Сенатор ярҙамсыһы Марсель Вәхитов хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитетында мәҙәниәт өлкәһендә – «Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәт тураһында»ғы федераль закон һәм Дәүләт мәҙәни сәйәсәт нигеҙҙәре – база документтарын ҡабул итеү мәсьәләләрен тикшереү үҙәк темаларҙың береһе булды. Был проект Федерация Советында, Дәүләт Думаһында һәм Рәсәй Йәмәғәт палатаһында ентекле тикшерелде. Документтың тексы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы сайтында урынлашҡайны, илебеҙҙең һәр кешеһе үҙ ҡарашын белдерә һәм тәҡдимен индерә алды.

Әлеге ваҡытта РФ Президенты Хакимиәтенең эшсе төркөмө Дәүләт мәҙәни сәйәсәт нигеҙҙәренең һуңғы редакцияһын әҙерләй. Фекер алышыу һөҙөмтәһе буйынса Валентина Матвиенко, был документ өҫтөнлөктәрҙе, мәҙәниәтте үҫтереү стратегияһын, был өлкәлә Рәсәй ҡануниәтенең төп камиллаштырыу векторын билдәләйәсәк һәм Мәҙәниәт йылында ҡабул ителәсәк, тип билдәләне.