6 декабрь, Шишәмбе

16 октябрь 2014 йыл, 18:09

Киләһе йылда Башҡортостанда Ураҙа байрамын йәйен, Ҡорбан байрам көҙөн байрам итәсәктәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Хөкүмәте 2015 йылда Ураҙа байрамын һәм Ҡорбан байрамын уҙғарыу даталары тураһында ҡарар ҡабул итте.

«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында»ғы законға ярашлы төбәк халҡы 17 июлдә Ураҙа байрамын һәм 24 сентябрҙә Ҡорбан байрамын билдәләйәсәк. Был көндәр республикала ял көндәре тип иғлан ителгән.

Ураҙа байрамы – Рамаҙан айының тамамланыуы хөрмәтенә билдәләнгән ислам байрамы. Уны байрам итеү йолаһы үҙ башланғысын Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан ала.

Ҡорбан байрамы – Хаж тамамланыуын белдергән ислам байрамы. Ул Зөлхизә айының унынсы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә.