10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2014 йыл, 17:35

Башҡортостанда 225 меңдән ашыу кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһалған

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә республикала 225 меңдән ашыу кешегә грипҡа ҡаршы прививка яһалған, шул иҫәптән 220 мең федераль бюджет саралары иҫәбенә һәм башҡа сығанаҡтарға – биш меңдән ашыу.

Прививка яһау кампанияһы төбәктә сентябрҙә башланды, ноябрҙә тамамланырға тейеш.

Миҙгелле грипҡа ҡаршы ололарҙы иммунизациялау өсөн быйыл Башҡортостанда федераль бюджет саралары иҫәбенә 500 мең, балалар өсөн 300 мең доза вакцина алынған. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йүнәлтелгән өҫтәмә заявка буйынса ололар өсөн тағы ла 200 мең доза вакцина поставкалау күҙаллана.

Бынан тыш, «БР социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар менән көрәшеү (2012-2015 йылдарға)» республика маҡсатлы программаһының «Вакцинопрофилактика» өҫтәмә программаһы сиктәрендә 14,5 меңләп вакцина поставкалау планлаштырыла. Ул дауамлы ауырыуҙар менән сирләүсе кешеләрҙе вакцинациялау өсөн республиканың медицина ойошмаларына бүленәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль бюджет саралары иҫәбенә медицина хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта мәктәп уҡыусыларына, мәктәпкәсә учреждениеға йөрөүсе балаларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, өлкән кешеләргә прививка яһай. Вакцинациялауҙа илебеҙҙә етештерелгән балалар өсөн «Гриппол плюс» һәм  өлкәндәр өсөн «Гриппол» тигән препараттар ҡулланыла.

Милли прививкалар календары сиктәрендә 2014 йылда Башҡортостанда миҙгелле грипҡа ҡаршы йәмғеһе 800 мең кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау күҙаллана.