9 декабрь, Йома

16 октябрь 2014 йыл, 16:44

Киләһе аҙнала Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 21-24 октябрҙә Өфөлә XIV Рәсәй энергетика форумы уҙасаҡ, уның төп темаһы – «Йәшел энергетика».

— Был алдағы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә уҙғарыласаҡ тәүге сараларҙың береһе, — тип һөйләне кесе йома көндө Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. — Уға Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре һәм башҡа яҡын һәм алыҫ сит илдәр вәкилдәре саҡырылған. Быйыл энергетика форумы халыҡ-ара кимәлдә уҙа.

Вице-премьерҙың әйтеүе буйынса, алдағы сараға ҡыҙыҡһыныу юғары, форум «ғәйәт ҙур шоу» ҙа, «бик күп киҫкен мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн прагматик майҙансыҡ» та буласаҡ.

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, Өфө форумына ҡыҙыҡһыныу күбеһенсә Башҡортостандағы ылыҡтырыусан бизнес-климаты, эшҡыуарлыҡҡа финанс һәм инфраструктура булышлығы менән бәйле.

— Күргәҙмәлә 150-ләп ҡатнашыусы буласаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостан күргәҙмә компанияһы генераль директоры Альбина Килдеғолова. — Рәсәйҙең бөтә төбәктәре, сит ил компаниялары дилерҙары күрһәтелгән. Әлеге ваҡытта 120-нән ашыу спикер – энергетика тармағы эксперттары белдерелгән.

Тәүге тапҡыр форумдың программаһы менән Дәүләт Думаһының Энергетика буйынса комитет рәйесе ҡарамағында консультация советының «Төбәк энергетикаһы проблемалары» күсмә киңәйтелгән эксперт секциялары ултырышы планлаштырылған.

«Энергияны һаҡлау. Электротехника. Кабель» һәм «ШОС энергетикаһы» махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә мең ярым экспонат электр техникаһы һәм энергетика тармағы яңылыҡтарын күрһәтәсәк.

Форумдың эшлекле программаһының төп өлөшө «Йәшел энергетика — мода йәки кәрәклек?» пленар ултырышы буласаҡ. Шулай уҡ «Предприятиеларҙы энергия менән тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр», «Яңыртыла торған энергия сығанаҡтары: ҡояш, ел һәм һыу», «Smart Grid – төп энергияны һаҡлау инструменты» ғилми-ғәмәли конференциялар һәм панель дискуссиялар планлаштырылған.

Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы. Генераль уҙаҡташы – «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.