Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Шишмә районында билдәле шағир Риф Тойғоновҡа һәйкәл асыласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

24 октябрҙә Шишмә районының Урта Хәжәт ауылында билдәле башҡорт шағиры, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғоновҡа ҡәбер ташы асыласаҡ.

Был көндө 2014 йылдың 8 ғинуарында ваҡытһыҙ китеп барған яҙыусыға 68 йәш тулыр ине. Ҡуйы йәшел граниттан һәйкәлдә Риф Тойғоновтың портретын, уның шиғыр юлдарын һәм автографын күрергә мөмкин.

— Уның шиғырҙарында васыят кеүек яңғырарҙай юлдарҙы оҙаҡ эҙләнем. Әлбиттә, ул Башҡортостан, үҙенең халҡы тураһында яҙҙы, әммә бигерәк тә бөтә кешеләргә мөрәжәғәт иткән: «Йәшәгеҙ гел бүләк булып берегеҙгә берегеҙ, ә тормошта һәр кешене әүлиә тип белегеҙ» тигән һүҙҙәре урынлы кеүек тойолдо, — тип һөйләне шағирҙың тол ҡатыны Рәйсә Тойғонова.

Ҡәбер ташын асыуға яҙыусының туғандары, хеҙмәттәштәре, Ырымбур өлкәһенән яҡташтары йыйыласаҡ.

Риф Ғәлим улы Тойғонов 1946 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ауылында тыуған. «Совет Башкортостана» гәзитендә, Нуриман һәм Иглин райондары баҫмаларында, «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының нәфис тапшырыуҙары редакцияларында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында һәм Өфөнөң «Нур» татар театрында эшләгән. 13 йыл Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2012 йылда республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланғайны. Бер нисә шиғри йыйынтыҡтар, пьесалар, повестар авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә эйә, Сергей Чукмарев һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты.

Һәйкәлде асыу көндөҙ сәғәт 11-ҙә уҙасаҡ.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть