11 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2014 йыл, 14:51

Өфөнөң «Йәш ғаилә-2014» конкурсы еңеүселәре автомобиль отто

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының ҡала этабының финалынды Киров районынан Юриндар ғаиләһе еңеүсе һәм Гран-при яулаусы тип танылды.

Михаил һәм Гөлнараның өс балаһы бар – уҡыусы Полина һәм ике йәшлек игеҙәктәр Демид һәм Владислав. Ғаилә башлығы компания директоры, Гөлнара – саралар уҙғарыу буйынса үҙ агентлығының етәксеһе.

— Ғаиләлә балалар күп булырға тейеш, — тип иҫәпләй ир менән ҡатын. — Ҡабат-ҡабат ата-әсә булыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ул – байлыҡ, бәхет.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың иң яҡшы ғаиләһе тип аталыу хоҡуғына ҡаланың ете районынан иң яҡшы ғаилә парҙары көс һынашты. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең «ғаилә ағасын», ғаилә альбомындағы фотоларҙан эшләнгән баннер дизайнын тәҡдим иттеләр, унда ғаиләнең мәҙәни йолалары, ҡыҙыҡһыныуҙары, тарихи факттар сағылған. «Ғаилә булыу сәнғәт» исемле визитка ғаилә тураһындағы хикәйәнән һәм музыкаль номерҙан торҙо. «Яңы быуын таланттары!» баланың ижади эше конкурсында йәш ҡатнашыусылар үҙҙәренең сәхнә оҫталыҡтарын күрһәтте. «Берәү — бөтәһе өсөн, бөтәһе — берәү өсөн!» өйгә эш төрлө сәнғәт төрҙәрендә: хореографияла, вокалда, нәфис һүҙҙә, театрҙа йәш ғаиләләрҙең ҡаҙаныштарын асыҡланы.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса «Романтизм һәм ғаилә гармонияһы» номинацияһында бүләккә Ленин районынан Воротниковтар ғаиләһе лайыҡ булды, үҙенсәлекле һәм заманса булғандары өсөн Совет районынан Шакировтарҙы билдәләнеләр. «Алсаҡлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡ» номинацияһында иң яҡшы тип Октябрь районынан Шабановтар ғаиләһе танылды, Орджоникидзе районынан Вәлиевтар иң үҙенсәлекле булып сыҡты, «Хәрәкәтсәнлек һәм оригиналлек» өсөн – Мостафиндар ғаиләһе (Калинин районы), «Оптимизм һәм башҡарыу оҫталығы» өсөн — Карповтар  ғаиләһе (Дим районы).

темалар: конкурстар