3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 16:41

Булат Йосоповтың «Визит» фильмы Рәсәй кинофестивалендә Гран-при яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Волгодонск ҡалаһында «Минең тыуған яҡ» ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙың II өлкә кинофестивале тамамланды. «Башҡортостан» киностудияһының, Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөргән, «Визит» фильмы  кинофестиваль Гран-приһын яуланы һәм «Иң яҡшы уйналған фильм» тип танылды.

Өфөнөң «Тере таҫма» кинокомпанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө жанрҙарҙа һәм номинацияларҙа профессиональ кинематографсыларҙың кеүек һәүәҫкәр авторҙарҙың да 30-ҙан ашыу эше ҡатнашҡан. Фестивалде үткәреүҙә Рәсәй Кинематографсылар союзы булышлыҡ иткән, бүләкләү тантанаһында Никита Михалковтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙеләр. Фестивалдең төп бурыстары – кинематографияға иғтибарҙы йәлеп итеү, фильмдар төшөрөүселәр, тамашасылар, социаль әһәмиәткә эйә кино- һәм видеопродукцияһына заказ биреүселәр, профессиональ йәмғиәт өсөн аралашыу майҙансыҡтары булдырыу.

Жюрины РФ Кинематографсылар союзының Ростов бүлексәһе рәйесе Юрий Щербаков етәкләне. Жюри составына шулай уҡ «Ника» кино сәнғәте академияһы ағзаһы Михаил Коломенский һәм кино белгесе, «Дон-ТР» телерадиокомпанияһының кино тураһында тапшырыуҙар алып барыусыһы Елена Христо инде.

Кинофестивалде ойоштороусылар – Ростов өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, «Рәсәй Федерацияһының Кинематографсылар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Ростов өлкә бүлексәһе, Волгодонск ҡалаһы хакимиәте, «Көнсығыш-Дон» продюссерлыҡ үҙәге.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Визит» фильмының сюжеты ХХ быуаттың атаҡлы бейеүсеһе Рудольф Нуриев тормошонан күренештәр менән бәйле. Проект 2013 йылда БР Президенты грантын яулаған.