4 декабрь, Йәкшәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 14:34

Башҡортостанда тәүге тапҡыр металл буйынса рәссамдарҙың форумы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Металл симфонияһы» металл буйынса рәссамдарҙың Республика форумы уҙҙы. Ижади проект Бишбүләк районы үҙәгендә үтте.

Форумдың төп маҡсаты – тимерселек сәнғәтен күрһәтеү, халыҡ һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Форумға республиканың төрлө мөйөштәренән тимерселәр йыйылды, шул иҫәптән Рәсәй Тимерселәр союзы ағзаһы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Илшат Ғиләзев тә. Өфө ҡалаһының «Һөнәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Владимир Кожевников форум еңеүсеһе тип танылды.

Был көндө тимерселәр уртаҡ сүкеп яһалған эште – бәхет ағасын – тамамланылар һәм уны районға бүләк иттеләр. Бөтә теләүселәр ҙә форумда ҡатнаша алды. Сүкелгән ҡапҡалар һәм ҡоймалар, ултырғыстар һәм өҫтәлдәр, шәмдәлдәр һәм фонарҙар, металда һүрәтләнгән ысын һәм мифологик йән эйәләре интерактив күргәҙмәгә килеүселәрҙе ут йылыһы менән йылытты.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә ҡатнашыусылар фестивалде традицион сараға әүерелдерергә, шулай уҡ уның географияһын киңәйтергә тәҡдим итте. Тимерселек сәнғәте фестивалдәре Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә даими уҙғарылып килә. Башҡортостанда быға оҡшаш сара тәү тапҡыр уҙҙы. Форумдың ойоштороусыһы – Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» галереяһы булышлығында Бишбүләк районы хакимиәтенең Мәҙәниәт буйынса комитеты. Проект республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Президенты гранты сараларына ғәмәлгә ашырылған.