4 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2014 йыл, 10:27

Ноябрҙә Рәсәй халҡын 4 байрам ял көнө көтә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2014 йылдың 1, 2, 3 һәм 4 ноябре ял көндәре тип иғлан ителгән, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 4 ноябрҙә – бөтә Рәсәй территорияһында эшләмәгән көн булып тора. Байрам алдынан көн, йәғни дүшәмбе 3 ноябрь, шулай уҡ ял көнө буласаҡ. Был 2014 йылдың 24 февраленән күсерелгән ял көнө, ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң йәкшәмбегә тап килеүе сәбәпле барлыҡҡа килгән.

Шулай итеп, эш аҙнаһы биш көн булған эшсәндәрҙе шәмбе 1 ноябрҙән алып шишәмбе 4 ноябргә ҡәҙәр 4 ял көнө көтә. Йома 31 октябрҙә эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.

темалар: байрамдар