Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Шандор Молнари менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

15 октябрҙә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Венгрияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Шандор Молнари менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов, «Венгрия беҙҙең өсөн һәр саҡ стратегик уҙаҡташ булды. Һеҙҙең илегеҙ менән предприятиеларыбыҙҙың, бизнесыбыҙҙың тауар әйләнеше бик ҙур – миллиард ярымдан ашыу. Был һан уҙған йылдыҡы. Ул күбеһенсә беҙҙең экспорттан килеп сыға – 99 процент, һәм бер аҙ һеҙҙән тауарҙар һатып алабыҙ. Иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙ тәрәнәйһен, республикабыҙ бизнесы һеҙҙең илегеҙ бизнесы: эре генә түгел, урта һәм кесе бизнес менән эшләһен өсөн тырышабыҙ, — бындай мөнәсәбәттәрҙе нығытыу беҙҙең өсөн бик мөһим», тип билдәләне.

Башҡортостан ауыл хужалығы өлкәһендә лә Венгрия менән эш алып барырға әҙер.

— Беҙ иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм, һис шикһеҙ, мәҙәни бәйләнештәр өлөшөндә лә етди эшкә ниәтләнгәнбеҙ. Бындай төр эш өсөн тәүшарттар бар. Нигеҙ бар, уны артабан да үҫтерергә теләйбеҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

Венгрияның Генераль консулы үҙ сиратында, Екатеринбургтағы консуллыҡ иҡтисади, сауҙа, мәҙәни, туристик бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү өҫтөндә эшләй, тип билдәләне.

— Киләһе йылдан алып генераль консуллыҡ һеҙҙең менән күршеләш – Татарстанда, Ҡазанда эшләй башлауын теләйбеҙ. Бөтә булған формаль процедураларҙың уңышлы тамамланыуына ышанам –бәйләнештәребеҙ хәҙер Екатеринбургтан кураторлыҡ иткәнгә ҡарағанда тығыҙыраҡ буласаҡ, — тине Шандор Молнари.

Консулдың әйтеүе буйынса, киләһе йылда Венгрияның ауыл хужалығы министры Фазекаш әфәнде Рәсәйгә килергә планлаштыра, атап әйткәндә, Башҡортостанға, Татарстанға һәм Чувашияға.

— Уның килеүе үҙа-ара отошло проекттар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк тип уйлайым, — тип өҫтәне Шандор Молнари.

Осрашыуҙың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть