3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 12:30

Республикала бензинға хаҡтар ай һайын арта

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда автомобиль заправкалау станцияларында июлдән алып хаҡтар арта. Йыл башынан алып «Башнефть» автомобиль заправкалау станцияларында бензинға хаҡтар алты тапҡыр ҡиммәтләнде. Дүшәмбенән алып «Башнефть» бер литр бензинға хаҡты яғыулыҡтың маркаһына ҡарап 20-70 тингә арттырҙы.

Супер Евро-98 бензины 70 тингә ҡыйбатланды һәм хәҙер бер литры 37,4 һум тора. Премиум Евро-95 —30 тингә (35,1 һум), Регуляр-92 һәм Нормаль-80 — 20 тингә (тейешенсә, 31,5 һәм 30,7 һум). Евро (С сорты, III төр) дизель яғыулығы 40 тингә артты —  бер литры 33,5 һум.