11 декабрь, Йәкшәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 15:56

Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктең транспорт системаһын үҫтеререү стратегияһы проектын тикшерҙеләр

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Шаршамбы, 15 октябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын уҙғарҙы. Унда 2030 йылға тиклемге осорға төбәктең транспорт системаһын үҫтеререү стратегияһы проекты ҡаралды.

Тикшереү һөҙөмтәһендә документтың бер төркөм етешһеҙлектәре булыу сәбәпле уны эшләп бөтөрөргә йүнәлттеләр. Атап әйткәндә, территорияны үҫтереү планын һәм транспорт инфраструктураһы менән ҡулланған хужалыҡ субъекттарын иҫәпкә алыу менән стратегияны аныҡлау, шулай уҡ уға торба үткәргес транспорты мөмкинлектәрен индереү талап ителә. Шулай уҡ ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең үҙенең вәкәләттәре ваҡытына эшмәкәрлек программаһы ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тәҡдим ителгән теманы алдан тикшереп, Рөстәм Хәмитов, «алдағы кеүек, Хөкүмәт үҙенең алдында торған бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итәсәк, был бурыстарҙың иң мөһиме – халҡыбыҙҙың, Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын арттырыу. Бөтәбеҙ ҙә күмәкләп кешеләр яҡшы, еңел йәшәһен һәм республиканың үҫеше дөрөҫ юл менән барғанына ышаныс булһын өсөн ныҡлап эшләйәсәкбеҙ», тип белдерҙе.

Хәҙерге ҡануниәткә ярашлы яңы формалашҡан Хөкүмәт Дәүләт Йыйылышына үҙенең вәкәләттәре ваҡытына, йәғни 2019 йылға тиклем эшмәкәрлек программаһын күрһәтергә тейеш. Был һорауға Хөкүмәт ултырышы арналды ла инде. Әммә бының алдынан икенсе мәсьәлә ҡаралды – 2030 йылға тиклем транспорт стратегияһы проекты.

— Был мөһим документ башҡа стратегик документтар, иҡтисадыбыҙҙың, территориябыҙҙың, эре инвестиция проекттарының үҫеш пландары менән бәйле булырға, йыйылған проблемаларҙың һөҙөмтәле хәл ителеүенә йүнәлтелергә, мөмкин булған хәүефтәрҙе иҫәпкә алыу менән уйланылған тармаҡты үҫтереү прогноздарын үҙ эсенә алырға тейеш, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы транспорт стратегияһының практик характерына айырыуса иғтибар итте.

— Документ төбәк транспорт комплексының буласаҡ контурын билдәләргә генә түгел, бөгөн уҡ уның комплекслы үҫешенә эшләргә, йыл һайынғы планында һәм аныҡ күрһәткестәрендә ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Проектты ҡабул итер алдынан беҙ иғтибар менән уның көслө һәм етешһеҙ яҡтарын тикшерергә тейеш, — тине Президент.