3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 11:40

Өфө Рәсәйҙең экологик ҡалалар рейтингын етәкләне

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Өфө 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең экологик ҡалалар рейтингын етәкләй. Тейешле документ Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы сайтында баҫылан. Лидерҙар бишлегенә шулай уҡ Һарытау, Вологда, Мәскәү һәм Воронеж инә.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был ҡалаларҙа атмосфера һауаһының һәм һыу менән ҡулланыуҙың торошо, шулай уҡ транспорт, ҡала территорияларын файҙаланыу һәм энергия менән ҡулланыу етерлек имен хәлдә.

Рейтингты төҙөгәндә РФ бөтә ҡала субъекттары һәм Рәсәй төбәктәренең баш ҡалалары буйынса мәғлүмәттәр йыйылған һәм анализланған. Баһалау методикаһында халыҡ-ара кәңәштәр һәм башҡа илдәр һәм төбәктәр өсөн быға оҡшаш рейтингтар тәжрибәһе иҫәпкә алынған. Критерийҙар сифатында ете мөһим категория һайланған. Өфө һыу менән файҙаланыу һәм һыу сифаты, территорияларҙы ҡулланыу һәм тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеү менән идара итеү буйынса лидерҙар иҫәбендә. Артта ҡалғандар араһында рейтингтар категориялары буйынса тулы мәғлүмәт йыйып булмаған ҡалалар.

Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы рейтингтың ҡалаларҙа тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген камиллаштырыуға тәьҫир итәсәк ҡоралға әйләнеүенә ышана. Бына шулай, быйыл тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу өлкәһендә стратегик документтар һәм пландар, асыҡ отчетлыҡ баҫмаһы, шулай уҡ йәмәғәт консультация советтарының булыуы иҫәпкә алынған.