8 декабрь, Кесе йома

15 октябрь 2014 йыл, 10:55

Башҡортостанда киләһе аҙнанан уҡ ҡыш башланыуы ихтимал

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостан синоптиктары киләһе аҙнаның башында һауа торошоноң ҡапыл һәм ныҡ һыуытыуын көтәләр.

— Йәкшәмбе һауа торошоноң ныҡ үҙгәреүе көтөлә, — тип хәбәр иттте Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева. — Һауа температураһы түбәнәйәсәк, ә киләһе аҙнаның башы ҡыштың башы булыуы мөмкин.

Әммә был һуңғы прогноз түгел, синоптиктар процесты күҙәтә, һауа торошоноң күренештәрен төрлө баһалау схемалары төрлө һөҙөмтәләр бирә.

Был аҙнала һауа торошоноң характеры нормаға яҡын буласаҡ.

— Дөйөм алғанда һауа торошо ошо йыл миҙгеле өсөн ғәҙәти, көҙгө осорҙа һәр ваҡыт ҡапма-ҡаршы һауа массаһы йөрөй, йонсоу көндәр октябрҙә ҡапыл ғына арта, — тине Анна Козаева. — Был аҙнала өҫтөнлөк иткән температура – көндөҙ 3-8 градус йылы һәм төндә минус 1-2-нән алып плюс 6-8 градусҡа тиклем. Айырым райондарҙа термометр бағанаһы көндөҙ плюс 13 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Ғәҙәттә көньяҡта йылыраҡ, төньяҡта һыуығыраҡ.