6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2014 йыл, 10:10

Рөстәм Хәмитов Владимир Спиваковты «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотланы

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй филармония оркестрының, «Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестрының художество етәксеһе, Мәскәү халыҡ-ара Музыка йорто президенты Владимир Спиваков менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов маэстроға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә түшкә таға торған билдәне тапшырҙы.

— Республикаға награда өсөн бик ныҡ рәхмәтлемен, юбилейыма был иҫ китмәле бүләк, — тине Владимир Спиваков.

Музыкантҡа күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге һәм музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемде биреү тураһындағы указға Рөстәм Хәмитов 12 сентябрҙә, Владимир Спиваковҡа 70 йәш тулған көндө ҡул ҡуйҙы. Атаҡлы дирижер 1944 йылда Башҡорт АСССР-ның Черниковск ҡалаһында (хәҙер ҡала Өфөнөң составына ингән) тыуған.

Алдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Салауатта булды, Владимир Спиваков исемендәге йәш таланттар өсөн музыка мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты.