6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2014 йыл, 16:05

Өфөгә Кесе дәүләт академия театры гастролгә килә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 октябрҙән алып 26-на тиклем Өфөлә Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Кесе дәүләт академия театрының (Мәскәү) гастролдәре уҙасаҡ.

Өфөләрҙең сәхнәлә Кесе театрының алдынғы актерҙары ҡатнашлығында һуңғы премьераларын күреү мөмкинлеге тыуасаҡ.

Гастролдәр 21 октябрҙә Эдуардо де Филиппо пьесаһы буйынса Италия режиссеры Стефано де Лука ҡуйылышында «Филумена Мартурано» лирик комедия менән асыласаҡ. Пьесаның сюжеты Софи Лорен һәм Марчелло Мастроянни менән «Итальянса никах» фильмы буйынса күптәргә таныш. Ошо уҡ спектаклде өфөләр 23 октябрҙә ҡараясаҡ.

22 һәм 24 октябрҙә гастролдәрҙең икенсе спектакле – Л.Верней һәм Ж.Берраның «Дәүләтте нисек алдарға» уҙасаҡ. Режиссер Владимир Бейлистың яңыраҡ ҡуйылған спектакле – хәйләкәр әшәке кеше Гастон Вальтье тураһында комедия. Спектаклдә Рәсәйҙең халыҡ артистары Владимир Дубровский, Лилиә Юдина, артистар Александр Волков һәм Полина Долинская ҡатнашалар.

Гастролдәр 25 һәм 26 октябрҙә Рәсәйҙең халыҡ артистары Ирина Муравьева, Борис Клюев, Александр Потапов, Лилиә Юдина ҡатнашлығында Александр Остройвскийҙың «На всякого мудреца довольно простоты» комедияһы менән ябыласаҡ.

Бер үк ваҡытта бәләкәй сәхнәлә Өфөнөң Рус театрының спектаклдәре барасаҡ. Спектаклдәрҙең тулы афишаһы – театрҙың сайтында.