7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2014 йыл, 15:28

Рус география йәмғиәтен Башҡортостанда күренекле сәйәхәтсе Камил Йыһаншин етәкләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. «Рус география йәмғиәте» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе менән хәҙер билдәле сәйәхәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Рус география йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы Камил Йыһаншин етәкселек итәсәк.

Башҡортостан Республикаһында Рус география йәмғиәте бүлексәһенең Өфөлә уҙған йыйылышында Камил Йыһаншин берҙәм тауыш менән төбәк бүлексәһенең рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫары – профессор Айбулат Псянчин, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесенең урынбаҫары, Башҡорт дәүләт университетының физик география, крайҙы өйрәнеү һәм туризм кафедраһы мөдире, алдан Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһен етәкләгән, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе урынбаҫары. Улар икәүһе лә 6-7 ноябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында, Мәскәү дәүләт университетының Ломоносов корпусында уҙасаҡ, Рус география йәмғиәтенең XV съезына делегат итеп һайланған. Съезд эшендә бөтә Рәсәйҙән йәмғеһе 240-лаған делегат, шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.