Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө һәм Бешкәк ғалимдары Украина көрсөгөнөң Ҡырғыҙстандағы интеграция процесына тәьҫирен өйрәнә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан Республикаһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында «Украина көрсөгөнөң Ҡырғыҙстандағы интеграция процесына тәьҫире» халыҡ-ара видеоконференция уҙасаҡ. Ойоштороусылар – «Самрау» Евразия үҙәге, БР Гуманитар тикшеренеүҙәр институты, Ҡырғыҙстан Республикаһында (Бешкәк) Бойондороҡһоҙ Илдәр Эштәре, сит илдәрҙә йәшәғән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар бәйләнештәр буйынса федераль агентлыҡ (Россотрудничество) Вәкиллеге, «Берлек-Единство» Геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (Өфө).

Конференцияла ҡатнашыусылар ағымдағы геосәйәси хәлде һәм эске хәүефһеҙлек ҡурҡынысын бөтөрөү буйынса Ҡырғыҙстан өсөн әҙерләнгән эксперт кәңәштәрен өйрәнәсәк. Политологтар алдында дискуссия барышында йәмғиәттәге геосәйәси ҡаршылаш һәм деструктив көстәр яғынан мәғлүмәти стабилһеҙлеккә ҡаршы тороу алгоритмы әҙерләү бурысы тора. Шулай уҡ ғалимдар Украина сценарийы миҫалы сифатында илдең емерелеүен Ҡырғыҙстанда бындай хәлдең үҫешен иҫкәртеү маҡсаты менән тикшерергә тырышасаҡ. Эксперттар Евразия интеграцияһы формаларын һәм нигеҙҙәрен: иҡтисади, мәҙәни, мәғариф һәм миграция аспекттарын ҡараясаҡ, шулай уҡ Украина көрсөгө ҡарашынан Башҡортостанда йәмғиәттең фекерен һәм сәйәси факторҙар ҡарашын тикшерәсәк.

16 октябрҙә үтәсәк телекүперҙә Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан политологтары, философтары, социологтары, иҡтисадсылары һәм журналистары ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть