Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың өс районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу эштәре тамамланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/.

Бишбүләк районы сөгөлдөрсөләре шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу эштәрен тамамланы. Алдан был эштәрҙе Йәрмәкәй һәм Бәләбәй райондары йомғаҡлағайны, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда, БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр сөгөлдөрө 33,4 мең гектар майҙандан йыйып алынған, ул пландың 68 процентын тәшкил итә. Уртаса уңыш гектарынан 253 центнер. Бөгөнгә 846,4 мең тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, уларҙың 540 мең тоннаһы оҙатылған, шул иҫәптән 166 мең тоннаһы эшкәртелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда шәкәр сөгөлдөрө 50 мең гектар майҙанда сәселгән, 1,5 миллион тонна татлы тамыраҙыҡ йыйып алыу күҙҙалана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть