Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

«Йәш ғаилә-2014» конкурсы Өфөлә финиш һыҙығына сыҡты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

15 октябрҙә «Химик» мәҙәниәт һарайында «Йәш ғаилә-2014» республика конкурсының ҡала этабының финалы уҙасаҡ. Төп бүләк – автомобиль өсөн – ете ғаилә көс һынашасаҡ. Улар иҫәбендә Дим районынан Карповтар, Калинин районынан Мостафиндар, Киров районынан Юриндар, Ленин районынан Воротниковтар, Октябрь районынан Шабановтар, Орджоникидзе районынан Вәлиевтар һәм Совет районынан Шакировтар ғаиләләре.

Ғаилә парҙары балалары менән бергә «Ғаилә булыу сәнғәт» исемле визитка, «Яңы быуын таланттары!» баланың ижади номеры, «Берәү — бөтәһе өсөн, бөтәһе — берәү өсөн!» өйгә эш кеүек конкурстарҙа сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Еңеүсе ғаилә быйыл Ишембайҙа уҙасаҡ республика конкурсында ҡатнашасаҡ.

Был бәйге ғаиләнең статусын күтәреүгә, йәш ғаиләләрҙе аяҡҡа баҫтырыу һәм уларҙы нығытыу өсөн шарттар булдырыуға, уның ялын ойоштороуға йүнәлтелгән.

Өфөлә финал киске сәғәт етелә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть