5 декабрь, Дүшәмбе

14 октябрь 2014 йыл, 11:43

Башҡорт дәүләт медицина университетында ШОС илдәре проекттарының инновацион-эксперт майҙансығы ойоштороласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт медицина университетында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре проекттарының инновацион-эксперт майҙансығы ойоштороласаҡ, тип белдерҙе «Мәскәү эшҡыуарҙар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһында Инновацион һәм венчур финанслауы буйынса комитет Рәйесе, инвестор, директорҙар советы ағзаһы һәм бер төркөм компаниялар, ойошмалар етәксеһе Дмитрий Горбунов.

— Әлеге ваҡытта «Медицина өлкәһендә алдынғы технологиялар» йүнәлеше тураһында һүҙ алып барабыҙ, әммә эштең спецификаһын киңәйтергә ниәтләнәбеҙ. Артабан, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең бөтә инновацион проекттары ла экспертиза аша үтәсәк, — тип аңлатты Дмитрий Горбунов. – Ҙур эш тора. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең инновацион проекттар һәм эксперттар базаһын булдырыу күҙҙаллана. Шулай уҡ һүҙ уҡытыу программаларын үткәреү тураһында бара.

Дмитрий Горбуновтың әйтеүе буйынса, өс айҙан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетында тәүге экспертиза уҙасаҡ.