3 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2014 йыл, 11:00

Силәбелә башҡорт «төньяҡ амурҙары»ның береһенә мемориаль таҡтаташ астылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә Рафаэль Бакировтың шәхси йортоноң алғы яғында «Электрометаллург» баҡсаһында тантаналы рәүештә дүртенсе башҡорт полкы старшинаһы Аҫылғужа Бакировҡа мемориаль таҡтаташ астылар. Ул 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға барып еткән һәм рус ғәскәре башлығы Михаил Кутузовтың хөрмәтенә һәм маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булған полктарҙың береһе була.

Яугирҙың нәҫеле – отставкалағы подполковник, ҡораллы көстәр ветераны Рафаэль Бакировтың әйтеүе буйынса, мемориаль таҡтаташ ҡуйыу – ул «төньяҡ амурҙарын» хөрмәт итеү һәм улар менән ғорурланыу.

— Йәштәребеҙҙең үҙ тарихын белмәүҙәре өсөн миңә ҡыйын. Сөнки Силәбе өлкәһенән башҡорт атлы полктары ойошторолған, улар Ватанын яҡлап француздарға ҡаршы батырҙарса алышҡан, —тине Рафаэль Бакиров.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин, йәмәғәтселек, уҡытыусылар һәм дин әһелдәре, шулай уҡ Ҡоншаҡ районының Һары урта мәктәбе кадеттары ҡатнашты.

Старшина Аҫылғужа Бакировҡа мемориаль таҡтаташ асыу – ул ҡала өсөн бик мөһим ваҡиға, тип билдәләне Амур Хәбибуллин. Уның әйтеүе буйынса, Аҫылғужа Бакировтың Башҡортостанда тыуыуына ҡарамаҫтан, ул Көньяҡ Урал башҡорттарынан йыйылған полк менән командалыҡ иткән. Батыр башҡорт яугирҙарын иҫкә алып доға уҡынылар. Сараға йыйылғандар Аҫылғужа Бакировтың мемориаль таҡтаташына сәскәләр һалды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.