3 декабрь, Шәмбе

10 октябрь 2014 йыл, 17:02

Республика башлығы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия составына инде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы составына инде. Шул йәһәттән үҙенең ҡотлауын төбәк башлығына Комиссия рәйесе, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров йүнәлтте. «Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым һәм Комиссия эшендә Һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙ илебеҙҙең ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеккә яңы көс бирә аласағына ышанам» — тип билдәләнә Республика Президенты исеменә ебәрелгән РФ Сит ил эштәре министрлығы башлығының хатында.

ЮНЕСКО — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы – 1945 йылдың 16 ноябрендә ойошторолған, штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Рәсәй 1954 йылдан алып ЮНЕСКО-ның ағзаһы.

ЮНЕСКО-ның булышлығында республикала бер төркөм проекттар ғәмәлгә ашырыла: «ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре», ЮНЕСКО кафедраһының УНИТВИН программаһы, «Өфө — ЮНЕСКО-ның ижади ҡалаһы», «Донъя халыҡтары мәҙәниәтенең диалогы» һәм башҡалар.

2012 йылда, үҙ эсенә «Шүлгәнташ» мәмерйәһен һәм «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын индергән, «Башҡорт Уралы — Урал батыр Ере» ҡатнаш тәбиғи һәм мәҙәни объекты ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелде. «Юл картаһына» ярашлы әлеге ваҡытта республикала «Шүлгәнташ» мәмерйәһе ҡарамағында музей-ҡурсаулыҡ булдырыу, унда ғилми тикшеренеүҙәр һәм эштәрҙе реставрациялауҙы ойоштороу, шулай уҡ республикала Ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советының Рәсәй милли комитетының төбәк бүлексәһен асыу буйынса эштәр алып барыла.